Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 82.31 90.24

Беҙҙә “Шаян – лига” уйындары үтте!

Беҙҙә “Шаян – лига” уйындары үтте!

Муниципаль район Ишембай районында Шаттар, Тапҡырҙар, Шаяндар клубы конкурстары башҡорт телендә “Шаян – лига” Уйындары исеме аҫтында быйыл өсөнсө тапҡыр сезон башланы. Көҙгө сезонды көтөп алған уйынсылар командалары 24 ноябрь көнө ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайына йыйылды. Сәхнә тултырып, районыбыҙҙың 11 һәм Башҡорт гимназияһы командалары күтәрелде. Яҡшы кәйеф, күңелле осрашыу, дуҫтар менән күрешеү байрам кисен йәмләне. Һәр команда бәйге минуттарын көтөп тулҡынланды. Сөнки залға мәртәбәле жюри ағзалары килеп инде. Уларҙы ойоштороусы инде 3-сө йыл башҡортса КВН хәрәкәтен ҡанатландырыусы Муниципаль районыбыҙҙың социаль мсьәләләр буйынса Хакимиәт башлығы урынбаҫары Исмәғилев Илшат Һиҙиәт улы Өфөнән килеп еткән ҡунаҡтар менән килеп инде. Яҡташтарҙы ҙурлап, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, КВН хәрәкәтен Республикала алып барыусы Урал Кәримов, ҡалабыҙҙың йәштәр эштәре буйынса етәксеһе Коледова Нелли Риф ҡыҙы,”Торатау” гәзите редакцияһы ағзалары Ғиниәтуллина Г. Вәхитова А. , ҡаланың. 19-сы, 3-сө һанлы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Кульшекова Г.А., Абдрахманова Ә.М., Дәминова Г.Т. бәйгенең баһалама ағзалары булдылар. Ауылдарҙан һәм 2-се Башҡорт гимназияһынан килеп еткән көйәрмәндәр залды тултырып утырҙы, үҙ командалары өсөн “ауырыны”. Быйыл да сағыу сығыштарға, шаян уйын –көлкөгә бай булды КВН. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, уҡыусыларҙың телдәре шымарыуы, айырыуса, Үрге Этҡол уйынсыларының башҡортса асыҡ һәм дөрөҫ һөйләүҙәре, тейешле интонациялары айырылып торҙо. Командалар үҙҙәренә генә хас кейем – костюмдар менән дә айырылып торҙолар, сығыштарҙа, алып барыусы Кәрим Хөснуллин билдәләүенсә, 2-се гимназия, Кинйәбулат, Көҙән, Маҡар уйынсылары заман проблемаларына ла ҡағылып, сәйәси хәлдәрҙән дә мәҙәк табып, оҫта уйындары менән башҡорт лигаһының көҙгө Уйындары көсәйеүен күрһәтте.

Баһалама ағзалары урындарҙы билдәләп, айырым ҡатнашыусыларҙы бүләкләп, командаларға төрлө номинациялағы бүләктәрҙе тапшырғас, 1-се урынға, Һайран мәктәбенең “Йыһан уты”, 2-се урынға Этҡолдрҙың “Замана балалары”, 3-сө урынға Кинйәбулат мәктәбенең “4К” командалары лайыҡ булыуын хәбәр иттеләр. Алҡыштарға күмелгән уйынсылар иҫтәлекле фотоға төшөп, тағы ла осрашырға һүҙ бирешеп таралыштыллар.Башҡорт КВН –ы йәшәй, туған телебеҙҙе данлай.
115

Оставить сообщение: