Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.72 93.81

Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Ҡадырова Әсмә Сибәғәт ҡыҙы, Вәлиева Рәшиҙә Мөхәммәтдәмин ҡыҙы үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын - 90 йәштәрен билдәләне

Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Ҡадырова Әсмә Сибәғәт ҡыҙы, Вәлиева Рәшиҙә Мөхәммәтдәмин ҡыҙы үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын - 90 йәштәрен билдәләне.
Юбилярҙарҙы өйҙәренә барып Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улы, ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғим ҡыҙы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡотланы.

Ҡадырова Әсмә Сибәғәт ҡыҙы 1936 йылдың 16- сы мартында Кәлимуллин Сибәғәтулла Хәлиулла улы һәм Минебану апаның ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Балалыҡ йылдары ауыр һуғыш ваҡытына тура килә. Ауыл мәктәбендә өс синыф тамамлай.
Уларҙың ғаиләһе Әрметбаш ауылына күсенә һәм Әсмә апаға башҡаса уҡырға мөмкинселекбулмай.башҡаса уҡырға мөмкинселек булмай.Үҫә төшкәс иптәш ҡыҙҙары менән һалабаш төшөрөү, ҡап һуғыу эшендә ҡатнашалар. Ул йылдарҙа Әрметбаш "Һалабаш" артеле күп ерҙарҙе һалабаш менән тәьмин итеп торған.
1953 йылда Үрге Әрмет ауылы егете Ҡадыров Әхәт Хажғәли улына тормошҡа сыға. Әхәт абый тракторист, оҙак йылдар трактористар бригадиры булып эшләй.
Туғыҙ балаға ғүмер бирә улар.
Уларға матур тәрбиә биреп, уҡыталар, туйҙар яһап оло тормош юлына сығаралар.
Ун биш йыл ҡайны-ҡәйнә менән татыу йәшәйҙәр.
Әсмә апаның 19 ейән- ейәнсәре, 24 бүлә - бүләсдәләре бар.
Был ғаиләне лә ҡайғылар урап үтмәне. Бер- бер артлы өс улын һәм тормош иптәшен юғалтты Әсмә апа.
9 балаға ғүмер биреп, матур тәрбиә биреп, колхоз эшенә лә өлгөргән Әсмә Сибәғәт ҡыҙы уҙенең 90 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.
Һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!
Ныҡлы һаулыҡ, балалар иғтибарында, ихтирамында, бирелгән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ!

Вәлиева Рәшиҙә Мөхәммәтдәмин ҡыҙы 1936 йылдың 12 - се ғинуарында Маҡар районы Ибрай ауылында Әхмәтйәнов Мөхәммәтдәмин Иҙрис улы һәм Миниямал Фәттәхетдин ҡыҙы ғаиләһендә донъяға килә. Маҡар ауылында йәшәйҙәр.
Петровск ауылы мәктабендә 6 синыф тамамлай.
Маҡар ауылында төрлө эштәрҙә: почтальонка, больницала санитарка булып эшләй. 1969 йылда Егән ауылы фермаһына эшкә кусә.
Шул йылдарҙа тормош иптәше Ниғмәтуллин Шакир Барый улы менән танышып, бергә ғаилә ҡоралар. Рәшиҙә апа Үрге Әрмет ауылы фермаһында һауынсы, Шакир абый мал ҡараусы булып эшләй.
Рәшизә апа алты балаға ғүмер бирә.
Туғыҙ ейән- ейәнсәре бар. Рәшиҙә апайҙы ла ҡайғылар урап үтмәй, улын, ҡыҙын, ике ейәнен юғалта.
Оҙаҡ йылдар фермала тырышып эшләп, бер-нисә тапҡыр "Социалистик хеҙмәт ударнигы" билдәһенә лайыҡ була.Рәшиһә апай Шакир Барый улы менән 56 йыл бергә, бер- береһенә терәк булып матур ғүмер кисерәләр.
Рәшиҙә Мөхәммәтдәмин ҡыҙын ихлас күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, Шакир абый менән бергә тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!!!

#ГодБольшойиДружнойСемьи
#Юбиляры
#ВерхнеарметовскийСДК
#ишимбайскийрайон
#ишимбайкультура #ишимбайкдц
#ОтделкультурыИшимбайскогорайона #ишимбайгородтрудовойдоблести
#башкортостан #ишимбай #азатишемгулов
#ЕдинаяРоссия
#ТрезвоеСело#АйыҡАуыл
472

Оставить сообщение: