Шиғриәт – ул серле, мөғжизәле бер донъя. Берсә ул һине күктәргә күтәрә, йондоҙҙар менән серләштерә, йыһан киңлегендә сәйәхәт ҡылдыра, берсә ергә алып төшә, тормоштоң аҡ һәм ҡара яҡтарына иғтибар иттерә, һоҡландыра, яраттыра, борсолдора, янып-көйҙөрә, бөтә булмышыңды биләп ала. Берәүҙәр тәүге шиғырҙарын бала сағында ижад итеп ҡыуаныс кисерһә, икенселәр олоғайғас ҡына ҡулына ҡәләм ала, үҙенең хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә.
6 февраль, Милли мәҙәниәт үҙәгендә күренекле уҡытыусы, шағирә, һәүәҫкәр композитор Нәсимә Ғелметдин ҡыҙы Әминованың "Йырҙарымда йәшәй үткәндәрем, унда минең ғүмер ағышым" тип исемләнгән ижад кисәһе үтте.
Милли мәҙәниәт үҙәге, шағирәнең ижадын үҙ иткән әҙәбиәт һөйөүселәре менан тултырҙы.
Шағирәне матур ижад кисәһе менән ҡотлап дуҫтары, яҡындары, Әнисә Һөйәрғолова, Иҫке Ишембай биҫтәһе һәм Байғужа ауылы ағинәйҙәре килгән ине.
Кисәгә йәм өҫтәп милли мәҙәниәт үҙәгенең "Аманат" башҡорт фольклор, "Умырзая" инструменталь төркөмдәре, "Дуҫлыҡ" башҡорт халыҡ ансамбле, "Таң" татар ансамбле солисткаһы Зәлиә Сәғитова ла, Нәсимә Әминованың шиғырҙарын, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙын башҡарҙылар.
Был осрашыу йылы һүҙҙәргә, шиғырҙар ға, йыр-моңға бай булды.
Кисәгә килгән әҙәбиәт һөйөүселәр шағирәгә күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, йылы теләктәрен еткерҙе, йырҙар арнаны, шиғырҙарын яттан һөйләне.
Был күңелле осрашыуҙан һәр кем күтәренке күңел, яҡшы кәйеф менән таралышты.
#НасимәӘминова#ижадкисәһе#шиғриәт#миллимәҙәниәтүҙәге#ишембай#азатишемғолов

438