Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 76.98 90.72

ҺАУМЫ ЕРӘН АТ ЙЫЛЫ! (Добро пожаловать Год Огненно Красной Лошади!)

ҺАУМЫ ЕРӘН АТ ЙЫЛЫ! (Добро пожаловать Год Огненно Красной Лошади!)

Ерән йылҡы елеп сабып килә
Ял, ҡойроғо гүйә ялҡындан,
Тояҡ эҙҙәренән йыһан буйлап
Күп йондоҙҙар күктә балҡыған.

Ерән атҡай барлыҡ кешелеккә
Алып килсе бәхет, шатлыҡты,
Тыныслыҡты килтер, һуғыш бөтһөн,
Кешеләргә ныҡлы һаулыҡты!

Эх, Ерәнкәй, беҙ һине көтәбеҙ,
Килер йылға ҙур өмөт бағлап,
Һинең сағыу төҫөң яҡты һипһен,
Яҡты алһын ер йөҙөн ялмап!

Ҡараңғылыҡ ҡасһын шул яҡтынан,
Һәр эштә лә уңыш алып кил!
Алып кил дә уңыштар таратып
Илем буйлап иңләп сабып ел!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә
28.12.2025
532

Оставить сообщение: