Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.03 94.25

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Берҙәмлектә - беҙҙең көсөбөҙ” тигән “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Берҙәмлектә - беҙҙең көсөбөҙ” тигән “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде.
Уйында ауылдың уҙешмәкәр артистарынан торған ике команда: “Берҙәмлек” һәм “Дуҫлыҡ” командалары ҡатнашты. Кисәнең беренсе өлөшөндә командалар үҙҙәре менән таныштырып үтте.
Алып барыусы ҡысҡаса Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнөң тарихы тураһында һөйләп үтте. Унан командаларга һорауҙар бирелде. Һораузарҙар Халык-ара берҙәмлек көнөнә, Башҡортостан тарихына һәм төрлө ҡыҙыҡлы темаларға арналған ине.Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Командалар һорауҙарға яуап биреп,үҙҙәренең тарихҡа битараф булмағандарын күрһәтте. Мәрәйҙәр һаны буйынса “Берҙәмлек” командаһы саҡ ҡына алға китһә лә, Берҙәмлек көнө булғанлыҡтан “Дуҫлыҡ” та, “Берҙәмлек” тә еңде тип килештеләр ҡатнашыусылар.
Ҡатнашҡан апайҙарыбыҙға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Уларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдәрәбеҙ!

#ДеньНародногоЕдинства
#ишимбайкультура
#ИшимбайКДЦ
#ОтделКультурыИшимбайскогоРайона
#ВерхнеарметовскийСДК #ишимбайгородтрудовойдоблести
#башкортостан #ишимбай #зеленыйишимбай #азатишемгулов
#ЕдинаяРоссия
#ТрезвоеСело
1051

Оставить сообщение: