1 октябрь көнө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ололар көнөнә арналған “Ғүмерҙәрҙең алтын көҙҙәре” тигән байрам кисәһе үтте.
Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләрен тәбрикләргә Әрмет ауыл советы хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улы килде. Байрам кисәһендә быйыл үҙҙәренең 70, 80 йәшлек матур юбилейҙарын ҡаршылаусы юбилярҙарыбыҙ тәбрикләнде.
Байрам тамашаһын үҙҙәренең моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре, күңелдәрҙең нескә ҡылдарын да тибрәтерлек шиғри юлдар менән мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусы һәүәҫкәр артистарыбыҙ йәмләне.
Ҙур рәхмәт артистарыбыҙға!
Концерттан һуң береһе лә ҡайтып китмәне, байрам уңайынан ойошторолған сәй табыны артында кисә артабан дауам итте Күмәкләшеп йырлашып, бейеп, рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ултырып, ысын күңелдән рәхмәттәрен әйтеп ҡайтып киттеләр ауылыбыҙҙың өлкән быуын кешеләре.
Һеҙҙе тағы бер тапҡыр ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ!!! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!
#1октября
#ДеньПожилыхЛюдей
#ОлоЙәштәгеләрКөнө
#ИшимбайКультура
#ИшимбайКДЦ
#ТрезвоеСело

404