Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 81.9 96.05

3 декабрь - Халыҡ-ара инвалидтар көнө

3 декабрь - Халыҡ-ара инвалидтар көнө.

Физик кәмселектәре булғандарға иғтибар йүнәлтеү, уларҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған был дата.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Шулай ҙа улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша. Күптәре төрлө өлкәләрҙә ныҡышмал шөғөлләнеп, юғары уңыштарға ирешә.

Ошо датала ғына түгел, йылдың һәр көнөндә лә ихтирам, изгелек һәм йөрәк йылыһы донъяны яҡшыраҡ итергә һәләтле булыуын беҙгә һәр ваҡыт иҫтә тотоу мөһим.

Инвалидтар менән аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү, һәр кемебеҙ изге эштәр, бер-беребеҙгә ихтирам һәм хәстәрлек өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәргә эйә булыуы бик мөһим.

Ошо көндәрҙә беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байбулдина Наилә Минебай ҡыҙы менән көслө рухлы ауылдашыбыҙ Ҡадиров Вәдүт Әхәт улы янына хәл белергә барып килдек. Ҡадировтар ғаиләһе беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Вәдүт Әхәт улының бертуған апаһы Зәйтүнә Әхәт ҡыҙы ла килгән ине был осрашыуға.

Осрашыуҙы мәҙәниәт йорто мөдире Рима Шәфиева асып ебәрҙе.

Наилә Минебай ҡыҙы Вәдүт Әхәт улының биографияһы, коллега булараҡ хеҙмәт юлы менән таныштырып үтте. Наилә Минебай ҡыҙының Вәдүт Әхәт улына арнап яҙған шиғырын ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Фәрзәнә Ғиззәтуллина уҡып ишеттерҙе.

Вәдүт Әхәт улы үҙе лә бик күп йылдар шиғырҙар яҙа, үҙенең кисерештәрен, хис - тойғоларын шиғыр юлдарына һала.Осрашыуҙа ул беҙҙе бер нисә шиғыры менән таныштырып үтте.

Ниндәй ауырлыҡтар кисерһә лә бирешмәй әле Вәдүт Әхәт улы. Көслө рухлы, сая үткер ҡарашлы, шаян телле, йор һүҙле булып ҡалып, киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәүен дауам итә ауылыбыҙҙың хөрмәтле ир - уҙаманы. Аяҡ- ҡулы теүәл ирҙәргә ҡарағанда ла уларҙан уҙҙырып донъя көтә. Донъяһы төҙөк, таҙа, матур. Әлбиттә, бында уның тормош иптәше, Вәдүт Әхәт улының ни әйтергә теләгәнен күҙ ҡарашынан аңлап торған Лена Мөхәмәт ҡыҙының да ярҙамы ҙур. Ул Вәдүт Әхәт улының төп терәк –таянысы.

Бик матур, татыу ғаилә Ҡадировтар ғаиләһе. Вәдүт Әхәт улы ҡатыны Лена Мөхәмәт ҡыҙы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Икеһенә лә юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Балалары икеһе лә ғаиләле, балалар үҫтерәләр. Ял һайын ата-әсәләре янына ҡайтып, хәл белеп, ярҙам итешеп китәләр.

Бөгөнгө көндә Вәдүт Әхәт улы, Лена Мөхәмәт ҡыҙы бәхетле олатай һәм өләсәй.

Ауырлыҡтарға бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп йәшәй Ҡадировтар ғаиләһе.



1413

Оставить сообщение: